Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 106 меңдән ашты

Уҙған тәүлектә ковид-19 вирусы тағы ла 669 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 476 кеше дауалана, уларҙың 309-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 86 пациенттың 12-һе ИВЛ аппараттарына тоташтырылған.  Тағы ла 7 064 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 663 кеше һауыҡҡан, 34 кеше вафат булған.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Ошо маҡсатта төбәккә барлығы  2 514 683 доза вакцина килтерелгән. Бөгөнгә беренсе компонентты 1 979 481 кеше яһатҡан, 1 722 936  кеше вакцинацияны тулыһынса тамамланған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн  25 456 кеше мөрәжәғәт иткән. 

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 106 меңдән ашты

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ