Октябрь аҙағынан Үрге Ҡыйғы ауылында «Беҙҙең хәстәрлек» вакцинация пункты эшләй

65 йәштән өлкәнерәк граждандарға прививка ҡаҙатыу буйынса махсуслаштырылған урын булдырыу башланғысы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы сыҡҡайны. Әлегә бында ике йөҙгә яҡын кеше иммунитетын нығытҡан. Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған мобиль пунктҡа килгән һәр пенсионерға «Сәләмәтлек тупланмаһы» таратыла. Шулай уҡ аҙна һайын улар тонометр отоу акцияһында ҡатнаша.

Вакцинация буйынса мобиль пункт көн һайын иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй. Халыҡты урындағы поликлиника белгестәре ҡабул итә. Өлкән йәштәгеләр билдәләүенсә, поликлиниканан айырмалы бында сират юҡ, тыныс.

Фото №1 - Октябрь аҙағынан Үрге Ҡыйғы ауылында «Беҙҙең хәстәрлек» вакцинация пункты эшләй

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ