Киләһе йыл Яңы Балаҡатай ауылында яңы спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Ә 2024 йылда уның бассейны төҙөлөп бөтәсәк. Был турала төбәккә эш сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Әле төбәктәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе авария хәлендә. Пароизоляция һәм гидроизоляция булмау һөҙмтәһендә ҡыйыҡ менән эске көпләү материалдары араһындағы ағас конструкция емерелеп төшкән. Бындай шарттарҙа күнекмәләр үткәреү балалар өсөн айырыуса хәүефле. Шуға ла Андрей Назаров яҡын киләсәктә район үҙәгендә бассейнлы яңы спорт комплексы төҙөү бурысы ҡуйҙы.

Андрей Назаров шулай уҡ урындағы эсәр һыу етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Уның продукцияһы республиканан ситтә лә һатыла. Киләсәктә предприятиеға газ үткәреүҙә ярҙам күрһәтелеп, ассортиментты киңәйтеү өсөн субсидия йүнәлтеү ҡарала.

Хөкүмәт рәйесе район поликлиникаһында ремонт барышын да ҡараны, эштәр ай ярымдан тамамланырға тейеш. Бынан тыш, киләһе йылда Соҡалы ауылы янындағы быуаны таҙартыу планлаштырыла. Был биләмә халыҡтың ял итеү урынына әүерелергә тейеш, тине Премьер-министр.

Фото №1 - Киләһе йыл Яңы Балаҡатай ауылында яңы спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ