Шылтыратыуҙар үҙәген Башҡортостандың юристар ассоциацияһы ойоштора. Был сара пандемия шарттарында көн талабы. Сөнки юрист ярҙамына башлыса өлкән йәштәгеләр мохтаж, ә улар белеүебеҙсә изоляцияла.
Ғөмүмән, юристар ассоциацияһы хәҙерге йәшәү шарттарына тиҙ яраҡлашты. Төбәктә халыҡҡа бушлай ярҙам күрһәтеү бүлектәре, онлайн хеҙмәттәр ойошторолған. Улар һаны буйынса республика илдә тәүге урында.
Башҡортостанда әле юрист консультациялары биреү буйынса 51 бүлек һәм 63 үҙәк эшләй. Уларҙа халыҡтан 3 мең ярым ялыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмай, ти Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина.
Айнур Кәбиров







