Республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға премия тапшырыласаҡ. Был туралағы указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, бәйгелә еңеүселәргә – 5-әр, призерҙарға 3-әр мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада 1987 йылдан ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә бәйгелә Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 9 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.




