Үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошон еңелләштереү маҡсатында ғәмәлгә ашырылған проектҡа быйыл 160 кеше йәлеп ителгән. Өлкәндәр остаз булараҡ малай-ҡыҙҙарға йыл дауамында күп яҡлы ярҙам күрһәтеп балаларға уҡыу, спорт, ижад йәки башҡа йүнәлештәрҙә белемен камиллаштырырға булышлыҡ иткән.
Киләһе йылға балалар йортонда остаздарҙы 190-ға тиклем еткереү күҙаллана. Проект – ярҙамсыл өлкәндәр менән аралашыуҙан тыш, үҫмерҙәрҙең тормошонда ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бер йыл дауам иткән программа буйынса енәйәт эшенә тарттырылған егет-ҡыҙҙарға юридик консультация, ВИЧ һәм башҡа хәүефле сирҙәр менән ауырыусыларға медицина ярҙамы һәм башҡа саралар ойошторола.
Флорида Ким




