Өфөлә 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

 12 йәшлек сәғәт йыйыу оҫтаһы Алан Хәзиев тамашасы хөкөмөнә 200-ҙән ашыу сәғәт өлгөләрен тәҡдим итте. Өс йәшенән сәғәттәргә йөн өрөүсе йәш оҫта күргәҙмәһе менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Өфөлә сәғәт 11, ә алыҫ көнсығышта киске алты, айырма ете сәғәт. Алыҫ көнсығышта әрме хеҙмәтен үткән  бер туған ағаһы Асҡарға тейешле ваҡытта шылтыратыу өсөн Алан бер юлы ике ҡалалағы ваҡытты күрһәтеү өсөн ошо сәғәтте үҙ ҡулдары менән ҡорған. Аландың коллекцияһында төрлө формала һәм төрлө илдәрҙә сығарылған сәғәт йыйылмаһы. Был күргәҙмәлә ике йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡлы сәғәт өлгөләре күрһәтелгән. Сәғәт йыйыу менән Алан өс йәшенән шөғөлләнә.

Өс йәшемә өлөсәйем сәғәт-кулон бүләк итте. Эсен асып ҡарап, ниндәй механизмдар ярҙамында эшләгәнен ҡыҙыҡһындым. Ҙур отвертка алып, механизмдарҙы һүттем һәм яңынан ҡорҙом. Һуңынан күрше-күлән дә миңә сәғәттәр килтерә башланы.

Алан Хәзиев, Рәсәйҙең иң йәш сәғәт йыйыу оҫтаһы

Кәкүкле,ҡул, кеҫә сәғәттәре, музыкаль сәғәттәр, иртә менән йоҡонан уятыусы будильниктар... Стеналарға эленә торғандары, иҙәнгә ҡуйылғандары. Хужаларын теүәл ваҡытта тотоусы ҡорамалдар йылдар үтеү менән сафтан сыҡһа ла, Алан Хәзиевтың оҫта ҡулдарында сәғәттәр өр-яңынан тыҡылдап эшләп китә.

Ваҡыт ҡәҙерен белеүсе һәм сәғәттәр тураһында киң мәғлүмәтле үҫмер коллекцияһында ике миллиметр ҡалынлығындағы кескәй сәғәттәр бар. Уларҙың төп үҙенсәлеге ваҡытты теүәл күрһәтеүендә һәм мәктәп линейкаһынан эшләнеүендә.

Күргәҙмәлә ҡуйылған экспонаттар араһында иң теүәл эшләгәне һәм ҡиммәтлеһе Рәсәйҙә етештерелгән диңгеҙ хрономертры. Уның механизмдары алтын һәм алмаздан тора. Альбина һәм Илшат Хәзиевтар кинйә улдарының шөғөлән һәр яҡлап хуплай. Донъяның төрлө тарафтарынан яңынан-яңы сәғәт өлгөләре йыйыуҙа һәр яҡлап булышлыҡ итә.

12 йәшлек үҫмер ҡорған сәғәттәр күргәҙмәһе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Алан һәр экспонат тарихы хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Сәғәттәр күргәҙмәһе миңә бик оҡшаны.

Ангелина Еникеева, күргәҙмәлә ҡатнашыусы

Алан Хәзиев Рәсәй коллекционерҙары клубының иң йәш ағзаһы. Сәғәт тергеҙеүсе оҫта циферблат һәм боронғо механизмдар артында нескә һәм ҡыҙыҡлы тарих йәшеренгән,тигән фекерҙә. Совет осорондағы лупа һәм пинцент ярҙамында тергеҙелгән был мөғжизә-сәғәттәр  Алан кеүек оҫталар ваҡыты әле саҡ башланып тороуын күрһәтә.

Фото №1 - Өфөлә 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды
Выборы 2026

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ