«Стәрлебаш биҙәктәре». Шәл оҫталары фестиваль-конкурсы районда 2000 йылдан үткәрелә, ә 2003 йылда тәүге тапҡыр республика күләмендә ойошторола.
Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙары бәйләгән шәл өлгөләре хатта Америкала билдәле, щулай уҡ Рәсәй күләмендәге «Ладья. Ҡышҡы әкиәт» йәрминкәһендә лә уңыш ҡаҙанған. Биҙәктәр ҡабатланмай, һәр шәл оҫтаһы ҡул эштәренә күңел йылыһын һала.
Туғыҙ команда араһында Елембәт ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар коллективы гран-приға лайыҡ булды, ә «Алтын ҡуллы оҫта» номинацияһында шәхси беренслектә Лилиә Тимербаева еңеү яуланы.
Гүзәл Борханова




