Тәүҙә «Салауат Юлаев» клубын Данил Башкиров алға сығарҙы. Форвардтың ҡаршы команда ҡапҡаһын һиҙелер-һиҙелмәҫ үткән шайбаһы арбитрҙар уйындың видеояҙмаһын ҡарағас иҫәпкә алынды.
Матч тамамланыуға 10 секунд ваҡыт ҡалғас, Николай Кулемин буш ҡапҡаға тағы ла бер шайба индереп, команданың өҫтөнлөгөн ике тапҡырға арттырҙы. Киләһе матчты «Салауат Юлаев» командаһы үҙ боҙонда 4 декабрҙә Мәскәүҙең «Динамо»һына ҡаршы уҙғара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдараҡ матбуғат сараларында команданың уңышһыҙ уйындар шәлкеменә бәйле тренерҙар штабында үҙгәрештәр булыу ихтималлығы тураһында хәбәр таралғайны. Шул иҫәптән «Адмирал»дан еңелгән осраҡта «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Томи Ламсаның отставкаға китеү мөмкинлеге тураһында ла һүҙ барҙы.
Гөлдәриә Йосопова




