Спортсылар 4 миҙал комплекты өсөн көс һынашасаҡ. Программаға ярашлы, рәсми күнекмәләр 9 һәм 10 декабрҙә ойошторола. Башҡортостанда сноуборд буйынса донъя ярышы өсөнсөгә уҙа.
«Спортсылар һәм ҡунаҡтар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Башҡортостан бәйгеселәрҙе ҡабул итергә әҙер», – тип хәбәр итә Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты.




