Быйыл 1 меңдән ашыу байрам ҡаласығы булдырыла. Улар майҙан, ихата һәм яр буйҙарында ойошторола. Өлкәндәр һәм балалар өсөн 800-гә яҡын һырғалаҡ һәм бер мең самаһы тау өйөлә. Майҙандар тере һәм яһалма шыршылар менән биҙәлә. “Көндәрҙең йылы тороуы эшкә бер ни тиклем ҡамасаулай. Әммә яңы йыл майҙандары билдәләнгән ваҡытҡа әҙер булсаҡ”, - ти Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” тигән конкурс ойоштора. Еңеүселәр 5 номинация буйынса билдәләнә.







