Ғашиҡтар көнөндә башҡорт эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин Силәбе тамашасылары алдында сығыш яһаны

Йырсы үҙе әйтеүенсә, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Көньяҡ Урал төбәгенә ул һәр ваҡыт тулҡынланып килә. Сөнки бынан бер нисә йыл элек артист тәүге сығыштарын тап Силәбе ерендә башлай. Йондоҙҙоң концерты ғәҙәттәгесә, аншлаг менән үткән. Элвин Грей ижадын һөйөүселәр сәхнәне йөрәк формаһындағы шарҙар менән биҙәгән. Яҡташыбыҙ туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Фото №1 - Ғашиҡтар көнөндә башҡорт эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин Силәбе тамашасылары алдында сығыш яһаны
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ