Атмосфера контролдә. Республикала һауаға сығарылған зарарлы матдәләрҙе күҙәтеү системаһы булдырыла. Башҡортостан парламентында ойошторолған эшсе төркөм ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ағыулы матдәләр миҡдарын автоматлаштырылған станциялар иҫәпләй. Махсус программалар ярҙамында онлайн тәртиптә мәғлүмәт туплана һәм тапшырыла. “Бөгөн юл-транспорт тармағында күҙәтеү системаһы ҡулланыла. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын фото-видео-камералар теркәй, шулай уҡ артыҡ йөк тейәгән машиналар асыҡлана. Был һөҙөмтәле алым иҫәпләнә. Уны һауаны боҙоусыларҙы билдәләү өсөн дә ҡулланып була”, - тиДәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, эшсе төркөм етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
“Станциялар ҡуйыу яҡшы. Әммә һауаны бысратҡан өсөн предприятиелар яуап тоторға тейеш”, - ти Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Эшсе төркөмдөң киләһе ултырышы ғинуарҙа була. Унда журналистар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен саҡырыу планлаштырыла.







