Иглиндә аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Иглиндә юл ҡорбаны бар. Бөгөн Өфө – Шаҡша трассаһында авария теркәлгән. Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “МАЗ” йөк автомобиле менән ВАЗ-2109 машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Әле фажиғә урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле автоинспекторҙар юлдағыларҙы иғтибарлы булырға, машиналар араһында дистанция һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡыра.

Фото №1 - Иглиндә  аварияла  бер кешенең ғүмере  өҙөлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ