Бөгөн райондың Ленин ауылында робот-һауынсылар менән йыһазландырылған ферма асылды. “Агротех” предприятиеһы швед компанияһы етештергән машиналарҙы һайлаған. “Заманса технологиялар ҡулланыу продукцияны арттырырға мөмкинлек бирә”, - ти Башҡортостан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов.







