Көньяҡ Африкала коронавирустың яңы төрө - “Омикрон” штамы табылды. Сир таралыуға юл ҡуймау өсөн күп илдәр сикләүҙәр индерә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова яңы штамдың хәүефле булыуы тураһында белдерҙе.
Ирина Кононова әйтеүенсә, яңы штамм элеккеләрен юҡҡа сығармай. Инфекцияның яңы төрө билдәләре менән дә айырыла.
Федераль медицина-биология агентлығы яңы штамды асыҡлау өсөн тест-система булдырырға әҙер. Гамалея үҙәгенән белдереүҙәренсә, “Спутник V” вакцинаһын омикрон-штамға ҡаршы яраҡлаштырыу өсөн 10 көн самаһы ваҡыт кәрәк.




