Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында саңғы трассаһына яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Ауыл тренеры Зиннур Боҫҡонов әйтеүенсә, уңайлы шарттар спортсылар сафын киңәйтәсәк.
Әбделмәмбәт уҡыусылары район, төбәк һәм республика саңғы ярыштарында алдынғы урындар яулай. Уларҙың уңыштары менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Ҡыпсаҡ төркөмөндә танышырға була.




