Башҡа вирустарға ҡарағанда яҡшыраҡ өйрәнелһә лә, был ауырыуҙан миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. Башҡортостанда 21 меңдән ашыу кеше ВИЧ вирусын йоҡторған. Табип-инфекционист Нурфиға Хафизова белдереүенсә, бергә көрәшкәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә була.




