Ҡыштың тәүге көнөнән коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәр көсәйтелде

Хәҙер вакцинация сертификаты, йә һуңғы ярты йылда Ковид-19 инфекциянан сирләү тураһында белешмә, йә  Пцр-тестың кире һөҙөмтәһе менән прививкаға ҡаршы медицина күрһәтмәһе булмаған осраҡта республика шифаханалары, ял йорттары һәм ҡунаҡханаларға эләгеү мөмкин түгел. Яңы талаптар үтәлеше менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Ғафури районынан Мәреүә Асҡарова үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр шифаханала ял итәсәк. Ҡулында вакцинация тураһында сертификаты бар, шуға дауалау курсы үтеүгә документтар туплауҙа ла ҡаршылыҡтар булманы. Ҡатынға ике аҙналыҡ путевканы балалары бүләк иткән.

1 декабрҙән республика шифаханаларына урынлашыу буйынса яңы талаптар индереләсәге тураһында октябрҙә үк билдәле булғайны. Шуға путевка һатып алыусылар,  бронь ҡалдырыусылар  вакцинация сертификаты, йә һуңғы алты айҙа коронавирусты үткәреү тураһында белешмә талап ителеүе тураһында алдан уҡ иҫкәртелә. «Йоматау» шифаханаһын ғына алайыҡ, сикләүҙең тәүге көнөндә ял итеүгә ҡабул ителеүселәрҙең яҡынса һикһән проценты прививка яһатҡан булыуы асыҡланды.

Шифахана  өс йөҙ урынға иҫәпләнгән. Урындағы етәкселек билдәләүенсә,  уҙған йыл менән сағыштырғанда, ял итеүселәр биш-алты процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Бинала битлектә йөрөү, социаль дистанция һаҡлау талап ителә. Һәр кемдең сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар бүленә.

Шифаханаларҙан тыш, профилакторий, пансионат, ял йорттары, ҡунаҡханаларға ла сертификат, йә справкаһыҙ индермәйҙәр. Шулай уҡ был учреждениеларҙа пцр-тестың кире һөҙөмтәһе менән вакцинацияға ҡаршы медицина күрһәтмәһе лә ҡабул ителә. Тау саңғыһы миҙгелендә республикаға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән туристар ағыла башлай. Белгестәр билдәләүенсә, яңы сикләүҙәр ял итеүселәр һанын һиҙелерлек кәметмәйәсәк. Талаптар теүәл үтәлгән осраҡта коронавирус таралыуға ла юл ҡуйылмаясаҡ.

Ял ял менән. Башҡортостанда тағы ла ҡәтғиерәк талаптар индерелә. 18 декабрҙән предприятиеларға прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштәреү хоҡуғы бирелә. Вакцинация үтеүселәр буйынса тейешле күрһәткестәр булмаған осраҡта, юридик шәхестәргә лә ҙур штрафтар янай. Эшмәкәрлеге бөтөнләй туҡтатылыуы ихтимал.

Фото №1 - Ҡыштың тәүге көнөнән коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәр көсәйтелде

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ