Кредит бар, торлаҡ юҡ. Өфөлә йәшәүселәр «Ирсакредит» ойошмаһы етәксеһе Ирек Сәйфетдиновты яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, юғары проценттар менән бирелгән кредиттты ваҡытында түләй алмағанда залогҡа һалынған йорттар тартып алынған. Һөҙөмтәлә күптәр берҙән-бер торлағын юғалтҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Валентина БакунОва көтмәгәндә 2015 йылда йортһоҙ ҡалған. «Ирсакредит» компанияһында йылына 96 процент тәшкил иткән кредитты ул ваҡытында түләп барған, әммә бер тапҡыр һуңлап иҫәпләшеү менән ҡатынды судҡа бирәләр.Был хаҡта Валентина Бакунова өйөнә килеп ингән приставтар аша ғына белгән.
«ИРСакредит» ойошмаһында кредит алған Нурия Ишбулатова ла ошондай уҡ хәлгә эләккән. Саманан артыҡ проценттарҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанын аңламай ҡалған ҡатын тәүгеләрҙән булып хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән.
Мутлашыуҙа ғәйепләнгән ойошманан кредит алып 45 кеше алданған. Уларҙың барыһы ла «ИРСакредит»тың етәксеһенә ҡарата дәғүәләрен белдереп полицияға мөрәжәғәт иткән. Компанияның офисында тикшереү эштәре тамамланғас ойошма етәксеһе ҡулға алынған. Әммә Ирек Сәйфетдинов 45 көн рәшәткә артында ултырғандан һуң үҙ эшенә кире ҡайтҡан. Быға тиклем кредит ойошмаһы хәҙер иҡтисад баҙарында ҡиммәтле документтар менән эш итеү компанияһына әйләнгән.
Белгестәр әйтеүенсә, мутлашыу осрағы буйынса зыян күреүселәр бер нисә тапҡырға күберәк булыуы ихтимал. Ҙур суммалар менән идара итеп кредит таратҡан ойошманың финанс эшмәкәрлек алып барыуға лизенцияһы булмауы асыҡланған. Зыян күреүселәр фатирҙарын ҡайтарыуҙа ярҙам һорап Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
Флорида Ким




