Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторолоуға егерме йыл тулыу уңайынан үткәрелә. Бөгөн ул баш ҡалала старт алды.
Халыҡты ҡабул итеү өсөн республика райондарында етмеш майҙансыҡ эшләйәсәк. Бынан тыш сәйәси фирҡәнең социаль селтәрҙәрендә лә һорауҙар бирергә мөмкин. Изоляцияла ҡалған оло йәштәгеләр өсөн телефон линиялары эшләйәсәк.
Шулай уҡ халыҡты ҡабул итеүҙәр яңы форматта эш башлаясаҡ. Төрлө тармаҡ белгестәре республикаға «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә алынған автобустарға ултырып райондар буйлап та йөрөйәсәк. Халыҡты борсоған һорауҙарға төрлө ведомство һәм министрлыҡ белгестәре яуап бирә.
Юбилей уңайынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә музей асылды. Экспонаттар башлыса фотоһүрәттәр. Унда сәйәси фирҡәнең төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеге, проекттар һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин. Ә һөҙөмтәләр маҡтанырлыҡ, ти партия етәкселеге. Башҡортостан бүлексәһе тотош илдә алдынғылар рәтендә.
Айнур Кәбиров




