Һөт һәм минераль һыуҙар «Ғәҙел билдә» системаһында теркәләсәк

Бөгөндән Рәсәйҙә һаҡлау ваҡыты 40 көнгә тиклем булған һөт продукцияларын һәм минераль һыуҙарҙы мәжбүри маркировкалау башланды. Бының өсөн етештереүселәр үҙ тауарын «Ғәҙел билдә» системаһында теркәргә бурыслы. 

Мәжбүри маркировкалау ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, атап әйткәндә, ялған тауарҙы сифатлыһынан айырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн һатып алыусылар телефондарындағы «Ғәҙел билдә» ҡушымтаһы ярҙамында продукцияларҙы үҙ аллы тикшерә ала.

Белгестәр әйтеүенсә, махсус код продукцияның ҡайҙа һәм ҡасан сыҡҡанын, нисек килеп еткәнен күрһәтергә тейеш. Дыуан районындағы «Әй болондары» кооперативы закондағы үҙгәрештәргә бер нисә ай элек әҙерләнә башлаған. Әле предприятиеның ярты йылға етерлек штрих-код һәм куар-код төшөрөлгән төргәктәре ҡалған. Шул сәбәпле йүнселдәр мәжбүри маркировканы һәр ҡапта айырым күрһәтергә ҡарар иткән.

Фото №1 - Һөт һәм минераль һыуҙар «Ғәҙел билдә» системаһында теркәләсәк

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ