Бөгөндән 31 декабргә тиклем Республика Сауҙа министрлығының ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлеге белгестәре халыҡҡа яңы йыл бүләктәре алыу һәм байрам хеҙмәттәре күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» уҙғара.
Ведомство белгестәре бүләккә тәм-том, карнавал костюмдары, балаларға уйынсыҡтар, пиротехник изделиелар, яңы йыл сараларын уҙғарыу хеҙмәттәре алыу үҙенсәлектәре тураһында аңлатасаҡ. Кәрәк саҡта ҡулланыусыларға дәғүәләр яҙырға ярҙамлашасаҡ. Яңы йыл тауарҙары һәм хеҙмәттәре һайлау һорауҙары буйынса белгестәргә
+7(347) 218 09 78 телефоны буйынса эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова







