Быйыл апрелдә уҙған медиа-форумда Радий Хәбиров һанлы өлкәлә эшләү өсөн заманса компетенциялар етмәүен белдереҙе һәм ошо йүнәлештә эшләргә ҡушты. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына заманса мультимедия мәктәбе ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә тәүге уҡыуҙар башланды. Курстың тәүге өлөшө онлайн-лекцияларҙан торһа, өс көн дауамында уҡыуҙар оффлайн нигеҙҙә уҙҙы. Сарала Мәскәү , Екатеринбург һәм Санкт- Петербург лекторҙары сығыш яһаны.
Рәмилә Исмәғилева




