«Уфимская волна» музыкаль конкурсында Гран-приға һәм 200 мең һум аҡсалата бүләккә «Узорица» фольклор төркөмө лайыҡ булды. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ вокалы» номинацияһында Стәрлетамаҡтан Алина Рай еңеү яулаһа, «Иң яҡшы ир тауышы» тип Өфө егете Динар Күскилдин танылды.
10-сы юбилей миҙгелендә еңеүселәргә, традицион алтын скрипка асҡысынан тыш, аҡсалата бүләк тә тапшырылды. Шулай уҡ сараны алып барыусы махсус кастинг буйынса халыҡ араһынан һайлап алынды.
«Уфимская волна» музыкаль конкурсына республика район-ҡалаларынан, илдең төрлө мөйөштәренән 300-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Финалда 10 номинация буйынса 19 конкурсант сығыш яһаны. Еңеүсе тура эфирҙа компетентлы жюри ағзалары һәм тамашасылар тарафынан билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Уфимская волна» музыкаль фестивале 2012 йылдан ойошторола. «Спутник ФМ» радиоһы проекты Бөтә Рәсәй «Радиомания» премияһында юғары баһаланып, 2014 һәм 2018 йылдарҙа «Иң яҡшы радиошоу» исеменә лә лайыҡ булғайны.




