«Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнә

Бөгөн Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсына йомғаҡ яһала. Ул мәктәп уҡыусылары араһында икенсе йыл рәттән ойошторола. Бәйгелә быйыл Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә балалар ҡатнашты. Финал өлөшөнә  80- дән ашыу яҙма һайлап алынды. Төрлө номинацияларҙа 12 уҡыусы еңеүсе тип билдәләнде. “Диктор тауышы” конкурсы башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиләү маҡсатында уҙғарыла.

Фото №1 - «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсы еңеүселәре  билдәләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ