Йырсы Хәниә Фәрхи музейы асылды

Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек! Тәтешле районында танылған йырсы Хәниә Фәрхи музейы асылды. Ул Тәтешле районы үҙәгендә урынлашҡан. “Мин апайымды Ҡояшым тип йөрөтәм. Бында яҡынымдың йөрәк йылыһын һаҡлаған кейемдәре, ҙур көс түгеп яуланған бүләктәре ҡуйылды”, ти ижадсының бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина.

Йырсы Хәниә Фәрхи музейы асылды

Фирүзә Ибәтуллина белдереүенсә, киләһе йылда Хәниә Фәрхигә һәйкәл асыу планлаштырыла. Ул район үҙәгендә ҡуйыласаҡ. Хәниә Фәрхи - Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы. Бик күп йырҙар авторы. Ул 4 йыл элек вафат булды. Йырсы Ҡазан ҡалаһында ерләнгән.

Фото №1 - Йырсы Хәниә Фәрхи музейы асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ