Эшҡыуар Салауаттағы мәйетхананы тергеҙеүгә сарыф ителгән аҡсаһын ҡайтарыуҙарын һорай

2017 йылда ул Йоғошло ауырыуҙар дауаханһы биләмәһендә буш торған бинаны ҡуртымға ала. Үҙаллы ремонт эшләгәндән һуң, ритуаль хеҙмәттәр күрһәтә башлай. Әммә капиталь ремонтҡа сарыф итлгән сығымдар ҡапланмаған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Йыл башынан алып был ишектәр элекке ҡуртымсы өсөн дә, клиенттарға ла бикле. 1956 йылда төҙөлгән бинаға Ринат Сәйетйәғәфәров икенсе һулыш бирә. Эшҡыуар 2017 йылда ҡала дауаханаһы иҫәбендә булған мәйетхананы ҡуртымға ала. 4 миллион һумдан ашыу суммаға иҙәндәрен алмаштыра, капиталь ремонт эшләй, кәрәкле ҡоролмалар һатып ала.

Төҙөкләндерелгән бинала коммерция нигеҙендә мәрхүмдәрҙе ерләүгә әҙерләү хеҙмәттәре күрһәтелә башлай. Һәр мәйет өсөн 2 мең һум түләү шарт. Эшҡыуар һүҙҙәренсә, ритуаль хеҙмәттәр был хаҡҡа мәрхүмдең кәүҙәһен алып килергә ризалашмай, ҡаланың икенсе мәйетханаһына йөрөтә.

Кешегә ҡайғы килгән саҡта ритуауль компаниялар хеҙмәттәрҙе күрһәтеү өсөн ҙур сумма һорай. Мин бының менән риза түгел, прейскурант буйынса хаҡтар түбән. Шуға күрә минең менән эшләргә теләмәнеләр, тип уйлайым. Был йүнәлештә башҡа эшләргә теләмәйем, миңә аҡса ҡайтарыуҙарын ғына һорайым.

Ринат Сәйетйәғәфәров, эшҡыуар

Мәйет һаҡлау бинаһын тотоу өҫтәмә табыш килтермәгәс, эшҡыуар ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүҙе оҙайтмай. Уның урынына ремонтҡа сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарыуҙарын талап итә. Ә был ваҡыт эсендә медицина учреждениеһы етәкселе үҙгәрә. Дауаханала белдереүҙәренсә, Ринат Сәйетйәғәфәров ысынлап та үҙ аҡсаһына капиталь ремонт эшләгән. Ләкин килешеүгә ярашлы ремонт эшләү күҙ уңында тотолмаған. Һүҙ бинаны ҡуртымға биреү тураһында ғына барған.

Әле Салауат ҡалаһында бер мәйетхана эшләй. Унда күрше район-ҡалаларҙан мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен алып киләләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дауахананың баш табибы һүҙҙәренсә, өҫтәмә морг асыу кәрәклеге юҡ. Ә эшҡыуар үҙ сиратында сарыф ителгән сумманы суд аша ҡайтарырға ниәтләй.

Фото №1 - Эшҡыуар Салауаттағы мәйетхананы тергеҙеүгә сарыф ителгән аҡсаһын ҡайтарыуҙарын һорай

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ