Сара сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары атҡаҙанған спорт мастеры Ирина Слуцкая менән осрашты. Фигуралы шыуыу оҫтаһы уңыштары хаҡында сығыш яһаны.
Әйтергә кәрәк, Ирина Слуцкая – скандинав атлау мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла. Халыҡты сәләмәтләндереү маҡсатында булдырылған проект Өфө һәм Салауат ҡалаларында ла үҫеш аласаҡ.




