“Атайсал” проекты ауылдарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Республикала бөгөнгә 500 миллиондан ашыу һумға өс мең проект тормошҡа ашырылған. Лидерҙар рәтендә - Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары. Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында ла проектҡа ярашлы төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Тыуған ауылына Айрат Мортазин ҙур ярҙам күрһәтә. Яңы Аҡтанышбай урта мәктәбе директоры Илфаҡ Әхмәров һөйләй.
“Атайсал” проекты Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла.







