Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткән

Был турала оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров белдерҙе. Дөйөм алғанда, бөгөнгә вакцинаның беренсе компонентын төбәк халҡының 65 процентҡа яҡыны ҡаҙатҡан.

Шул уҡ ваҡытта коллектив иммунитет булдырыу өсөн был күрһәткесте 80 процентҡа тиклем еткереү мөһим. Тимәк, әлеге процедураны тағы ла ярты миллион самаһы кеше үтергә бурыслы.

Прививка эшләтәү темптары буйынса Бүздәк, Шишмә, Әлшәй Саҡмағош һәм Өфө райондары алда бара. Был төбәктәр тейешле планды үтәүгә өлгәшкән. Ә бына түбән күрһәткестәр Сибай, Белорет һәм Бөрйән районында күҙәтелә. Радий Хәбиров 18 декабрҙән предприятиеларҙың прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләтеү хоҡуғына эйә булыуын иҫкә төшөрҙө.

Коронавирус менән бәйле хәүефле зонаға дүрт төбәк инә. Улар Әлшәй, Йәрмәкәй, Краснокама һәм Кушнаренко райондары. Әлегә сикләү сараларын йомшартыу тураһында әйтергә иртәрәк. Белгестәр донъялағы хәлде, шул иҫәптән тағы ла ҡурҡынысыраҡ яңы штамм – омикрондың таралыуын иғтибар менән күҙәтеп бара. Республикала ул теркәлмәгән, әммә Яңы йыл байрамдары етеү менән хәлдең киҫкенләшеүе ихтимал. Сөнки күптәр ҡышҡы каникулдарҙа сит илдәрҙә ял итергә күнеккән.

Әлеге ваҡытта төп иғтибар 60 йәштән өлкәндәргә һәм ауырлы ҡатындарға вакцина яһауға йүнәлтелгән. Шулай уҡ 12 йәште үткән үҫмерҙәргә прививка яһарға әҙерләнәбеҙ. Уколдар декабрҙең икенсе яртыһында килер тип көтөлә.

Максим Забелин Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры
Фото №1 - Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ