Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусы һөнәрен популярлаштырыу өсөн челледж уҙғара

Ҡотҡарыусыларҙа ҡунаҡта. Башҡортостандың Ғәҙҙәтән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылар һөнәрен популярлаштырыу өсөн челледж уҙғарҙы. Уның сиктәрендә билдәле блогер һәм спортсылар Уҡытыу-методик үҙәге менән танышып, күнекмәләр яһаны. Ҡотҡарыусылар әҙерләгән һынауҙарҙы БЮТ каналының ижади төркөмө лә үтте. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Тарихын белмәгәндең киләсәге лә юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Уҡытыу-методик үҙәге музейында тарих биттәренең төрлө ваҡиғалары сағылдырылған. Бәхетле ҡотҡарыу осраҡтары, еңеүҙәр һәм йөрәкте әрнетерлек осраҡтар. Уларҙың береһе - Оло Теләк тимер юлы фажиғәһе. Ҡот осҡос көндәрҙең шаһиты Раушаниә Ғәфүрова ҡорбан булыусылар иҫтәлегенә архив фото һәм документтарҙы бер урында туплаған.

Был фажиғә музейҙа айырыуса урын алып тора. Ул ваҡытта яҙам итергә тип республиканың бар халҡы күтәрелде, берәүҙәр ҡан тапшыра, икенселәр урында эшләне. Дәрестәрҙә лә ошоноң хаҡта һөйләйбеҙ, ваҡиға шаһиттарын да саҡырабыҙ.

Раушаниә Ғәфүрова, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының өлкән уҡытыусыһы

Кешене телефон аша ла ҡотҡарырға мөмкин. «112 системаһы» диспетчерҙарын да был үҙәктә уҡытылар. Шылтыратыуҙарҙы тиҙ арала эшкәртеү, кәрәкле хеҙмәттәрҙе ваҡиға урынына ебәреү – уларҙың иңендә. Һәр диспетчерҙың үҙ рекорды ла бар. Гөлнара Асҡарова был тармаҡта өс йыл эшләй. Ул 27 секунд эсендә шылтыратыуҙы эшкәртеп ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәтен ебәргән.

Быйыл Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Уҡытыу-методик үҙәгендә янғын һүндереүселәрҙе лә уҡыта башлағандар. Йәмғеһе йылына 7 меңдән ашыу кеше уҡыуҙар үтә. Ҡотҡарыусы һөнәрен үҙләштерергә бер ҡасан да һуң түгел. Быны Салауат районынан Дим Йосопов үҙ миҫалында иҫбатлай. 55 йәшлек ир ошо арала имтихан тапшырып таныҡлыҡ алырға әҙерләнә.

Уҡытыу-методик үҙәге быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был уңайҙан ҡотҡарыусы һөнәрен популярлашытырыу, хәүефһеҙлеккә иғтибар иттереү маҡсатында үҙенсәлекле акциялар үтә. Уның сикәтрендә журналист, блогер һәм спортсылар бер көндә һөнәр алмаштырҙы, йөрәккә массаж эшләү һәм хәүефһеҙлек комплектын кейеү тәртибенә өйрәнде.

Ҡотҡарыусыны эшкә алғанда ул тәү сиратта авария-ҡотҡарыу базаһы нигеҙендә, артабан беҙҙең үҙәктә уҡыуҙар үтергә тейеш. Унан һуң ғына ҡотҡарыусы тигән таныҡлыҡ бирелә. Был үҙәктә бересе ярҙам күрһәтергә өйрәнәләр, психологик яҡтан да ныҡлы итеп әҙерләйбеҙ.

Тәлғәт Нәғимов, Башҡортостан граждандандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыты-методик үҙәге етәксеһе

Ғәмәли дәрестәрҙе үткәреү өсөн үҙәктең матди-техник базаһы күп мөмкинлектәр бирә. Аудиториялар заманса техник ҡорлмалар, тренажерҙар менән йыһазландырылған. Ләкин ҡотҡарыусылар өсөн иң мөһиме халыҡтың хәүефһеҙлеге, улар тәүлек әйләнәһенә, республиканың иң алыҫ нөктәһенә лә барып етергә һәр саҡ әҙер.

Фото №1 - Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусы һөнәрен популярлаштырыу өсөн челледж уҙғара
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ