Өфө мәшғүллек үҙәгендә халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан йәрминкәләр вакансияһы ойошторолдо.
Йәрминкәлә һөнәр һайлау өлкәһендә дәүләт тарафынан ҡаралған барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Эш эҙләүселәргә яңы һөнәр үҙләштереү, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультациялар, һөнәри кимәлде асыҡлау өсөн компьютер диагностикаһы үтергә мөмкин.
Йыл башынан Өфө мәшғүллек үҙәге филиалдарына мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙан меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. 758 кеше эшкә урынлаштырылған. Ҡаланың меңдән ашыу предриятиеһында инвалидттарҙы эшле итеүгә квоталар бүленгән.
Гүзәл Борханова







