Өйҙө йыһазландырыу кеүек күңелле мәшәҡәттәр Хәйбулла районында йәшәүсе Александра Бабкина менән Иҙел Хәкимовты ла көтә.
Етем балаларҙың күптән көтөп алынған фатир асҡыстарын урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы. Йорттар Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында урынлашҡан. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған фатирҙар тәүҙә махсус найм программаһы буйынса 5 йылға бирелә, артабан уны хосусилаштырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ.
Үҙ квадрат метрҙарына эйә булған Иҙел Хәкимов әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Буласаҡ информатика уҡытыусыһы күптән түгел Бөтә Рәсәй студенттар конкурсында ҡатнашҡан.
Илдар Байбулатов




