Кушнаренко районында бөгөн «Ҡара генералға» бюст асылды

Даян Мурзинға һәйкәл уның исемен йөрөткән күп профилле һөнәрселек колледж алдына урынлаштырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был көндө Баҡалы районы халҡынан бигерәк Кушнаренколылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Даян Мурзинға бюст та бит Рәсәйҙә тәүгеһе. Уны скульптор Илдус Закиров өс ай эсендә эшләй. Оҫта уны «ҡара генерал»дың Чехославияла төшкән фотоһына ҡарап ижад итә. Ҡара папаха, күн кейем, ҡайыш кеүек деталдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаған.

Даян Мурзин – Чехословакияның милли геройы. Иҫән сағында легендаға әүерелгән кешенең исеме генә лә дошмандарҙың ҡотон алған. Гитлер уны үҙенең шәхси дошманы тип иғлан итә. Даян Мурзинды тотҡан өсөн өс миллион рейхсмарка вәғәҙәләгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, ул етәкләгән партизандар отряды ярҙамында фашист илбаҫарҙарының хәрби техникаһы тейәлгән 40-лаған эшелон, 16 аэдром, тиҫтәләп күпер юҡ ителә.

Ҡара генералға бюстың тап Кушнаренко районы үҙәгендәге күп профилле һөнәрселек колледжы биләмәһендә урынлаштырылыуы осраҡлы түгел. Сөнки, ул Даян Мурзиндың белем эстәгән төп уҡыу йортонан һанала. Ул саҡтағы училище бөгөн колледж тип исемләнһә лә, 1914 йылда төҙөлгән бинала әле лә уҡыу-уҡытыу эштәре дауам итә.

Тантаналы сарала Даян Мурзинға Рәсәй Геройы исемен биреү һорауы күтәрелде. Яҡын көндәрҙә ҡултамғалар йыйыу башлана.

Фото №1 - Кушнаренко районында бөгөн «Ҡара генералға» бюст асылды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ