Башҡортостанда яңы дауаханалар файҙаланыуға тапшырыла

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин онлайн-брифингта шул турала белдерҙе. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса өс йылда дауалау ойошмалары төҙөлөшө өсөн 3 миллиард ярым һум бүленгән. 2022 йылда 44 модулле фельдшер-акушер пункты, ике инфекция госпитале сафҡа инергә тейеш. Улар Сибай һәм Туймазы ҡалаларында төҙөлә.

Башҡортостанда яңы дауаханалар файҙаланыуға тапшырыла
Фото №1 - Башҡортостанда  яңы дауаханалар файҙаланыуға тапшырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ