Башҡортостанда Ғаилә бизнесы үҙәге эш башланы

Өфөлә Ғаилә бизнесы форумы уҙа. Унда Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин ҡатнашты. Форумда Рәсәйҙән 200-ҙән ашыу ғаилә компанияһы вәкиле сығыш яһай. Ғаилә бизнесы үҙәге “Торатау” Конгресс-холында урынлашҡан. Форум барышында Бөтә Рәсәй ғаилә советы ултырышы уҙҙы. Сергей Катырин ғаилә бизнесы өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу мөһимлеген белдерҙе.

Башҡортостанда Ғаилә бизнесы үҙәге эш башланы

         Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны буйынса илдә 11-се урында. Ғаилә компаниялары ла күбәйә бара. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, республикала ғаилә эшҡыуарлығы абруйын үҫтереү өсөн законға үҙгәреш ҡабул ителә.

Башҡортостанда Ғаилә бизнесы үҙәге эш башланы

         Бөгөн форумда ҡатнашыусылар Башҡортостандың уңышлы ғаилә компаниялары эшмәкәрлеге менән таныша. Сара иртәгә тамамлана.

Фото №1 - Башҡортостанда Ғаилә бизнесы үҙәге эш башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ