Ул күренекле шағир һәм мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала. Бөгөн өлкәлә Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған фәнни конференция үтә. Ул онлайн тәртиптә ойошторола. Яҡтылыҡ йырсыһының ижады яңы асыштарға әйҙәй, ти бөйөк шағир исемен йөрөткән әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин:
Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, был көн республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде.







