Бөгөн Бишбүләк районының Айыт ауылы мәктәбендә билдәле сәсән-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғы. Унда район мәктәптәренән 40-лап уҡыусы ҡатнашты. Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт, татар, рус телдәрендә яңғыраны, ти Айыт урта мәктәбенең башҡор теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова.







