Шаран районы Баҙғыя ауылындағы өлкән йәштәгеләр йорт-интернатында ревакцинация ойошторолдо

«Спутник лайт» препараты 38 кешегә эшләнде. Уларҙың 25-е – йорт-интернатта йәшәүселәр, тағы ла 17 кеше интернат хеҙмәткәрҙәре.

Бөгөн Шаран районында прививканың ике компонентын да 9 728 кеше ҡаҙатҡан. Уларҙың 3 меңгә яҡыны – өлкән йәштәгеләр. Йорт-интернат коллективы вакцинацияға тәүгеләрҙән ҡушылған. Шуға ла бында күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуйылмай.

Фото №1 - Шаран районы Баҙғыя ауылындағы өлкән йәштәгеләр йорт-интернатында ревакцинация ойошторолдо

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ