Уны тантаналы асыу сараһы Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған.
Реабилитация үҙәген асыу – Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге тәҡдиме. Ойошма етәксеһе һүҙҙәренсә, эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтар өсөн бушлай дауаланыу мөмкинлеге юҡ кимәлдә.
Яңы үҙәктә урын алған ҡоролмалар махсус рәүештә һайлап алына. Массаж эшләү, тоҙло мәмерйә, терапия бүлмәләре, барокамера кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Реабилитация үҙәге Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында асылды. Әлеге көндә республикала 240 мең инвалид, шул иҫәптән эшкә яраҡлы йәштәге 80 мең кеше иҫәпләнә.
Реабилитация үҙәген тәүгеләрҙән булып "Иҙел" инвалидтар спорт клубының элекке етәксеһе Фәнил Ғабдуллин күрҙе. Үҙәкте асыу – ҙур эштең яртыһы ғына, ти проект авторҙары. Киләсәктә хеҙмәттәрҙе киңәйтеү, гранттар конкурсында ҡатнашыу ҡарала.
Әлфинә Килдейәрова




