Радий Хәбиров контрафакт алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

Рөхсәтһеҙ алкоголъ эсемлектәр етештерелгән һәм һатылған нөктәләр буйлап йәнә рейдтар ойоштороласаҡ. Был айырыуса алдағы байрам көндәрендә мөһим. Быйыл Башҡортостанда законһыҙ әйләнештән 15 мең литрға яҡын алкоголь продукцияһы тартып алынған. Штрафтар күләме 9 миллион һумдан ашҡан.

Шул уҡ ваҡытта контрафактҡа ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре һандарҙа асыҡ сағыла – былтыр республикала суррогат эсемлектәрҙән үлеүселәр 2018 йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡырға кәмегән.

Фото №1 - Радий Хәбиров контрафакт алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ