Ошо маҡсатта бөгөн Сибай һәм Белорет территориаль комитеттары ҡарамағына ике «Нива»автомобиле асҡысы тапшырылды.
Транспорт сараларын Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров тапшырҙы. Урал Салауат улы әйтеүенсә, иң күп карьерҙар урынлашҡан райондар тап ошо ике комитетҡа ҡарай.
Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмаларҙың таулы-урманлы зонала урынлашыуы ла эште ҡатмарлаштыра. Ә соҡор-саҡырлы юлдарҙан да еңел үтә алған «Нива» автомобилдәре контроль эшен күпкә яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Әле республикала карьерҙар реестры төҙөлгән. Ғәмәлдәгеләре-355, ташландыҡтары-96.
Ер аҫты байлыҡтарын ҡаҙығанда етешһеҙлектәргә юл ҡуйыусы, закондарҙы һанға һуҡмаусы компаниялар ҙа бар. Уларға ҡаршы көрәшеү өсөн көньяҡ зонала ике офис асылған. Йыл башынан ғына тәбиғи ҡаҙылмаларҙы законһыҙ файҙаланыуҙың 100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, 23 компанияның лицензияһы тартып алынған.
Рәмзиә Кәримова




