Был турала бөгөн Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова граждандарҙы ҡабул иткәндә белдерҙе.
Мөрәжәғәт итеүселәр араһында төрлө һорауҙар менән килеүселәр бар. Мәҫәлән, Өфөнөң күп профилле колледжы студенттары Федерация Советы менән хеҙмәттәшлек итергә, закондар сығарыу эшендә үҙ тәҡдимдәрен еткерергә һәм федераль программаларҙа ҡатнашып гранттар оторға теләй.
Лилиә Ғүмәрова йәштәрҙең идеяһын хупланы. Оло быуын вәкилдәрен иһә күберәк торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле һорауҙар борсой. Мәҫәлән, электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын алмаштырыу.
Мәғлүм булыуынса, 1 июлдән ҡоролмаларҙы ҡулланыусылар түгел, энергетика компаниялары алмаштырырға тейеш. Приборҙы алыу һәм ҡуйыу уртаса алғанда 20 мең һумға тиклем барып баҫа. Әммә халыҡ фекеренсә, ғаризалар оҙаҡ, 6 ай дауамында ҡарала. Лилиә Ғүмәрова был срокты ҡыҫҡартырға кәрәк тип иҫәпләй.
Рәмзиә Кәримова







