«Атайсал» программаһына ҡушылыусылар арта

Күптән түгел Ғафури районы Пчелосовхоз ауылында уңышлы яҡташтар ярҙамында яңы автобус туҡталышы төҙөлгән, урамды яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителгән. Бындай үтенес менән ауыл халҡы меценатҡа үҙҙәре мөрәжәғәт иткән.

Красноусол ҡасабаһынан ни бары 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылда автобус туҡталышы күптән кәрәк булған.

Ауыл халҡы менән осрашҡандан һуң автобус туҡталышы төҙөп, үҙәк урамға ут үткәрешергә ҡарар иттем. Ауылда бынан башҡа ла хәл итәһе проблемалар күп. Был проекттар өҫтөндә лә ентекле эшләйәсәкбеҙ.

Максим Видинеев, эшҡыуар
Фото №1 - «Атайсал» программаһына ҡушылыусылар арта

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ