Тарихсы Нәзир Ҡолбахтиндың яңы китабы донъя күрҙе

«Башҡорттар һәм башҡорт юлбашсылары 1773-1775 йылдарҙағы крәҫтиән һуғышында» тип исемләнгән китабын ғалим ҡырҡ йылдан ашыу яҙған. Тарихсы 18-се быуаттағы крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсыларҙың күберәк булғанлығын архив документтарына таянып иҫбатлай.

Быға тиклем әҙәбиәттә башҡорттар крәҫтиән һуғышына 30 полковник биргән тигән версия йәшәп килһә, Нәзир Ҡолбахтин уларҙың һаны 116 булыуын тарихи факттар менән дәлилләй.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шулай уҡ Нәзир Мырҙабай улының 80 йәшенә арнап нәшер ителгән йыйынтыҡтың да исем туйы үтте. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте төрлө наградалар менән билдәләнгән, осрашыуҙа уға Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия тапшырылды.

Фото №1 - Тарихсы Нәзир Ҡолбахтиндың яңы китабы донъя күрҙе

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ