Башдрам аутизм менән сирләүсе балалар тураһында спектакль сәхнәләштерҙе

Документаль форматта ижад ителгән әҫәр ысын тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Театр артистары сәхнәлә ҡурҡыныс диагноздың ҡуйылыуын, табиптар менән килешеп артабан йәшәргә ынтылыу, балала кешелек сифаттарын тәрбиәләү кеүек темаларҙы күтәрә.

Әйткәндәй, республика театрҙарында әлегәсә бындай төр теманың күтәрелгәне булмаған. Спектакль-терапия жанрындағы әҫәр авторҙары ла аутизм менән сирле ҡыҙ тәрбиәләй.

Был теманы күтәреүемдең сәбәбе үҙенсәлекле баланың әсәһе булыуым. Ете йәшлек ҡыҙыма дүрт йыл элек аутизм диагнозын ҡуйҙылар. Ошо ваҡыттан алып минең тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе. Был турала әйтергә ҡурҡҡан, әйтергә теләгән күп ғаиләләрҙе беләм. Уларҙы бергә йыйып, ошондай әҫәр яҙҙым. Героинялар араһында минең үҙемдең дә образым бар.

Виктория Емелёва, драматург

Спектакль геройҙары араһында Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Шотландия һәм Ҡаҙағстан илдәрендә йәшәүсе ғаиләләр бар. Ҡуйыусы-режиссер Илшат Мөхөтдинов тамашаны ток-шоу форматында сәхнәләштергән.

Фото №1 - Башдрам аутизм менән сирләүсе балалар тураһында спектакль сәхнәләштерҙе

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ