Марафон еңеүселәре бүләкләнде!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 20 йыллығы уңайынан көн дауамында ойошторолған телемарафонда телевизор ҡараусылар БСТ каналы тарихы менән танышып ҡына ҡалманы, иҫтәлекле бүләктәр, шул иҫәптән, өс телевизор ҙа отто.

Инйәрҙә йәшәүсе Түләбаевтар ҙа ял көнөн беҙҙең канал экраны артында үткәргән. Тура эфирҙа иғлан ителгән уйында ҡатнашып, телевизорҙарҙың береһен улар отҡан. Ярышта ҡатнашырға улыбыҙ тәҡдим итте, еңербеҙ тип көтмәгәйнек, ти ғаилә башлығы. Асыҡланыуынса, Түләбаевтар күптән яңы телевизор алырға теләгән.

Икенсе 43 дюймлыҡ телевизор эйәһе – Әлфиә Нурғәлиева. Бүләкләү сараһына ул ғаиләһе менән килде. Телемарафонда ла улар ғаилә менән ҡатнашҡан. Уңыш йылмайыуына тәүҙә ышанмағайныҡ, хәҙер яратҡан тапшырыуҙарҙы ҙур экрандан ҡараясаҡбыҙ, тип һөйөнә еңеүселәр.

Фото №1 - Марафон еңеүселәре бүләкләнде!

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ