Социаль селтәрҙә ҡалдырылған хәбәрҙәр анализланған. Халыҡты башлыса юлдар торошо, сәләмәтлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль яҡлау мәсьәләләре борсой. Һәр мөрәжәғәт министрлыҡ-ведомстволар, ҡала һәм район хакимиәттәре менән бергә тикшерелә. Республика менән идара итеү үҙәге уҙған йылдың ноябрендә булдырылды.







