Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре тән йәрәхәттәре алған

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн Стәрлебаш районында теркәлгән. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, хоҡуҡ һаҡсылары енәйәттә ғәйепләнеүсене ҡулға алыу өсөн Аҡ Шишмә ауылына килгән булған. Әммә ул үҙенең иптәше менән ҡаршылыҡ күрһәтә. Ирҙәрҙең береһе участковыйҙың табель ҡоралын тартып алып ут аса.

Полиция хеҙмәткәренең яурыны һәм аяғы йәрәхәтләнә. Табиптар уның хәле тотороҡлы ауыр тип баһалай. Әле хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға урынынан ҡасыусыларҙы эҙләй. Уларҙың автомобиле күрше Федоровка районында табылған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре тән йәрәхәттәре алған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ